+8 °С
Болотло
«Башинформ» агентлығына ведомствоның телеграм-каналынан билдәле булыуынса, бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 147-се саҡрымында Citroën һәм «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән. Илебеҙ автомобиле пассажиры вафат булған, икенсе пассажир, шулай уҡ водитель дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!