Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2023, 13:53

Медицина дауаларға тейеш

Районда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә ултырышы уҙҙы. Йомғаҡлау коллегияһында төбәк һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Белорет, Учалы, Бөрйән райондарының баш табиптары, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Медицина дауаларға тейеш
Медицина дауаларға тейеш

Сара башында юғары һөнәри оҫталыҡ, намыҫлы хеҙмәт арҡылы республика һаулыҡ һаҡлау системаһын күтәргән фиҙаҡәрҙәр тәбрикләнде. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Любовь Петрова - “Башҡортостан Республикаһының почетлы остазы” билдәһе, табип-анестезиолог-реаниматолог Александр Ищенко - “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, теш табибы Роберт Әхмәтйәнов - “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе, табип-невролог Дилә Таипова - төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы, шәфҡәт туташы Лилиә Шеметова министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.

Ултырышта уҙған ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһалды. Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙең төп йүнәлеше - медицина профилактикаһына өҫтөнлөк биргән, уның яҡынлығын тәьмин иткән беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу.

- Быйыл демография өлкәһендәге төп бурысыбыҙ - ғүмер оҙонлоғоноң йылдам үҫеүен тәьмин итеү. Дауалау һәм профилактикалау саралары, шул иҫәптән медиктарҙың әүҙем күсмә эше арҡылы, беҙ халыҡтың үлем кимәлен кәметергә тейешбеҙ, - тине Айрат Рәзиф улы.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ғәмәлләшкән төбәк проекттары арҡылы 2023 йылда өс поликлиника, район үҙәк дауаханаһы, Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге төҙөлә. Бынан тыш 90 модулле конструкция урынлаштырыу, бер медицина ойошмаһын капиталь төҙөкләндереү, 4308 берәмек медицина ҡорамалы һәм 168 автомобиль һатып алыу планлаштырыла.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов район дауаханаһы торошо, дауалау шарттары менән таныштырҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яңы реабилитацион ҡорамалдар менән йыһазландырылған травматология бүлегендә пациенттар сәләмәтлеген тулыһынса тергеҙә ала. Был маҡсат өсөн республика программаһы буйынса 60 млн һум күләмдә аҡса бүленгән. Элек иһә реабилитация үтер өсөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына йә һуғыш ветерандары госпиталенә барырға кәрәк ине. 

Етәкселәр эндопротезлау эшләнгән сирлеләр менән дә аралашты. Йыл һайын дауаханала 50-нән ашыу шундай операция уҙғарыла. Уның арҡылы бот һөйәге муйынтығын һындырған пациенттарҙың үлеме ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән.

Дауахананың лаборатор хеҙмәте лә тулы ҡеүәттә эшләй. Йыл башынан белгестәр 40 меңдән ашыу бактериологик анализ эшләгән, был яҡынса һәр пациенттың 30 ҡан параметрын анализлау тигән һүҙ.

Ғөмүмән, баш табип Илдар Арыҫлан улы әйтеүенсә, медицина учреждениеһының үҫеше йәһәтенән пландар ғәмәлләшеү өҫтөндә. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “юл картаһы” эшләнгән.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: