Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2023, 13:38

Йәнә яғыулыҡҡа хаҡтарҙы күтәргәндәр.

Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында йәй башынан алып ун икенсе тапҡыр яғыулыҡҡа хаҡтарҙы  күтәргәндәр. 

Йәнә яғыулыҡҡа хаҡтарҙы  күтәргәндәр.
Йәнә яғыулыҡҡа хаҡтарҙы күтәргәндәр.

Был юлы дизель - 60 тингә, АИ-100 50 тингә ҡиммәтләнгән.

Шулай итеп, әлеге ваҡытта АИ-100-К5 - 63,15 һумға, ATUM-95 - 52,95 һумға, АИ-92-К5 - 48,80 һумға, ATUM-92- 49,90 һумға, дизель яғыулығы 58,80 һумға барып етә.

Өс көн элек «Башинформ» 95-се һәм 92-се маркалы бензинға хаҡтарҙың артыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Шулай итеп, 1 июндән АИ-100 - 4,2 һумға, ATUM-95- 2,8 һумға, АИ-92 - 2,25 һумға, ATUM-92- 2,65 һумға, дизель яғыулығы 1 һум 60 тингә ҡыйбатланған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-01/na-zapravkah-bashnefti-v-bashkirii-v-dvenadtsatyy-raz-podnyali-tseny-na-toplivo-3415489

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: