Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь , 14:38

"һайлауҙар яҡшы үтһен"

Ҡаланың 13-сө мәктәбендә урынлашҡан 1298-се һайлау участкаһында Белорет территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова тауыш бирҙе. Ул 5 йәшлек ҡыҙы Валерия менән килгән. Ул шулай уҡ участкала һайлауҙарың нисек барыуы, граждандар активлығы тураһында ҡыҙыҡһынды.

"һайлауҙар яҡшы үтһен"
"һайлауҙар яҡшы үтһен"

- Районда һайлауҙар яҡшы бара, тәртип, ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙар күҙәтелмәй, ялыуҙар юҡ. Халыҡ үҙҙәренең һайлау участкаларына гражданлыҡ бурыстарын үтәргә актив ағыла. Көндөҙгө ун икелә һайлаусыларҙың 16 проценты тиерлек тауыштарын биргән. Кисәге көн менән сағыштырғанда, бөгөн һауа торошоноң ҡояшлы һәм матур булыуы ҡыуандыра.

Һайлау участкалары киске туғыҙға тиклем эшләй, эш көнөнөң ахырынаса граждандар әүҙем булыр һәм һайлауҙар яҡшы үтер тип ышанам, - тине Эльвира Флүр ҡыҙы.

 

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас в