- Граждандарҙың Тыуған ил яҙмышына бәйле мөһим ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыуы, әлбиттә, ҡыуандыра. Беҙҙең һайлау участкаһынан да иртәнге сәғәттәрҙән кеше өҙөлмәй. Ҡайһы берәүҙәр хатта ете тулмаҫ борон уҡ тауыш бирергә килде. Иң оло һайлаусыбыҙға 95 йәш булһа, 8 ҡыҙ-егет иһә һайлауҙа тәүгә ҡатнаша, - ти участка рәйесе Светлана Полина.
Хәйер, ни тиһәң дә, оло быуын вәкилдәре йәштәргә ҡарағанда күпкә яуаплыраҡ, әүҙемерәк тә. 82 йәшлек Михаил Николаевич Фролов та, ана, һайлау участкаһына иртә менән килеп еткән.
- 33 йыл газ буйынса авария хеҙмәте начальнигы булып эшләнем. Шуға ла яуаплылыҡ тигән нәмә ҡанға һеңгән. Тормош иптәшем дә, үҙем дә бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ, - ти ул ихлас йылмайып.
Мәктәп алдында иһә көҙгө йәрминкә гөрләй. Тәмле бөйөрөк-бәлеш еҫтәре әллә ҡайҙан уҡ танауҙы ҡытыҡлай. Тауыш бирергә килеүселәр йәшелсәләрҙе, емеш-еләк һуттарын, ҡайнатма, ябылған салат-маҙарҙы, хатта ауыл ҡаймағын, йомортҡаһын осһоҙ хаҡҡа һатып алды.