+10 °С
Болотло
- Иртәнсәк янғын һағы хеҙмәткәрҙәре килеп, янғынға ҡарщы инструктаж үткәрҙе, мәктәп алдында “Көҙгө йәрминкә” байрамы ойошторолдо. Был районда йәшәүселәр һайлауға бик яуаплы ҡарай, сөнки бында оло йәштәгеләр күп. Шулай уҡ беҙҙә өйҙәрендә һайлаусылар бик күп.
Һайлау комиссияһы ағзалары - унар йыллап эшләгән тәжрибәле ҡыҙҙар. Улар һәр һайлаусыны йөҙҙәренән танып тора, ҡайҙа йәшәгәндәрен белә. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең участкала һайлау бик актив бара, - ти участка рәйесе Ольга Викторовна.