Хәрбиҙәрҙе әҙерләү өсөн ай ярым ваҡыт кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығының Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, подразделениены ойоштороу инициаторы Артур Йомағужин.
«Бөгөн беҙ Салауат Юлаев батальоны ирекмәндәренең сираттағы командаһын хәрби әҙерлек урынына оҙаттыҡ. Улар ай ярым әҙерлек үтәләр. Республикабыҙҙан 40-ҡа яҡын ир-егет китте. Ғөмүмән, 25-ләгән кеше ебәреп торабыҙ», – тине әңгәмәсе.
Йомағужин һүҙҙәренсә, ирекмәндәрҙең 70% – хаҡлы ялға сыҡҡан көс структуралары хеҙмәткәрҙәре. Батальондың төп терәге – тап улар. Араларында уҡытыусылар, хатта чиновниктар бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән ике хеҙмәткәрҙең контракт төҙөп, «юлаевсылар» сафына баҫыуы хаҡында яҙғайны.
«Башҡа субъекттар беҙгә көнләшә. Сөнки Радий Хәбировтың указы 100% эшләй. Беренсе Салауат Юлаев батальоны яугирҙары быны үҙҙәрендә тойҙо. Егеттәр льготалар менән файҙалана, аҡса түләнә, отпуск бирелә, туҡланыу һәйбәт. Муниципалитет башлыҡтары яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Шылтыратып ярҙам һорарға ла кәрәкмәй. Барыһы ла контролдә тотола. Беҙгә Тыуған илде тыныс, ҡыйыу һәм батырҙарса һаҡларға ғына ҡала. Шуға күрә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ир-егеттәр беҙҙә хеҙмәт итергә теләй», - тине отставкалағы полковник.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға яҙылыу дауам итә. Башланғыс авторы әйтеүенсә, ирекмәндәр йыйыу буйынса ҡуйылған план үтәлгән. Теләүселәр күп булғас, эш әлегә дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батальондың төп штабы Өфөнөң Дан бульварындағы 6-сы йортта урынлашҡан, көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8-987-023-76-00 телефонына шылтыратырға мөмкин. Штабтың филиалдары ла эшләй.
Филиалдарҙың адрестары һәм телефондары:
Стәрлетамаҡ: Шәфиев урамы, 15, эш ваҡыты - 8.30-17.30, телефон: 8-917-403-37-34;
Туймазы: Островский урамы, 52, эш ваҡыты - 8.30-17.30, шәмбе-йәкшәмбе - ял, телефон 8-917-788-95-65;
Малаяҙ: СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 (6-сы бүлмә), шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә алдан яҙылып килергә кәрәк, телефон 8-987-592-70-59;
Өфө: Крупская урамы, 7, телефон 8 (347) 273-04-66.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-09-12/iz-ufy-na-boevoe-slazhivanie-otpravilsya-vtoroy-batalon-imeni-salavata-yulaeva-3432248