Ретропоезд туристарҙың яратҡан урыны – Айғырға тиклем йөрөй, ти Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ни өсөн ретро? Сөнки поездың 4-енсе вагонында - сәхнә. Бында теләгән һәр кем яратҡан йырын гитараға ҡушылып йырлай ала. Ә күрше вагонда – буфет. Бында һуттар һәм ашамлыҡтар тәҡдим ителәсәк.
Өфө-Инйәр-Айғыр-Белорет маршруты буйынса тәүге сәфәр 16 сентябрҙә буласаҡ. Ретропоезд Өфөнән иртәнге7 сәғәт 8 минутта ҡуҙғала һәм “Инйәр” станцияһында иртәнге 10-дарҙа була. Туристар Инйәрҙән “Орлан” рельс автобусына ултырып “Айғыр” станцияһына тиклем килә. Состав Өфөлә 22.17 сәғәттә буласаҡ.
Яңы маршрут Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриевтың “Ретро-хәрәкәт”туристик проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе протоколын үтәү сиктәрендә ойошторола, тип билдәләй Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.