Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2023, 17:19

Алғы һыҙыҡта ашарға бешерәсәк

Тиҙҙән Башҡортостандан бер төркөм ашнаҡсы махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. 

Алғы һыҙыҡта ашарға бешерәсәк
Алғы һыҙыҡта ашарға бешерәсәк

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, был - икенсе төркөм. Беренсеһе быйыл июнь айында махсус хәрби операция зонаһына юлланған.

Хәрби ашнаҡсылар Өфөнөң туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында уҡыйҙар. Улар өсөн махсус әҙерлек курсы асылған. 

“Алғы һыҙыҡта ашнаҡсыларға ихтыяж ҙур. Бындай курстарҙа уҡыу өсөн военкоматҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һөнәри ашнаҡсылар ҙа, махсус белеме булмағандар ҙа уҡый ала. Әммә шуныһын асыҡларға кәрәк: курстар махсус операция зонаһына хеҙмәткә барырға йыйыныусылар өсөн тәғәйенләнә”, – ти министр.

Курстар 144 сәғәттән тора. Был яҡынса бер ай тигән һүҙ. Һорауҙар булһа, 8(347)295-94-04 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Шуныһын да билдәләп үтәйек, ил етәксеһе Владимир Путин хәрби операция зонаһына һәр төрлө ярҙам мөһим тип әйтеп килә. Ә ашнаҡсыларға ихтыяж кәмегәне юҡ.   

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: