Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь , 15:23

"Һатлыҡ йәндәр"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ фронты, Ижтимағи палата активистары һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән осрашты. 

"Һатлыҡ йәндәр"
"Һатлыҡ йәндәр"

Унда, һуңғы ваҡиғалар сәбәпле, илдән сығып китеүселәр тураһында ла һүҙ күтәрелде. 

“Китеүселәрҙең төрлөһө бар: кемдер ҡурҡыуҙан сығып китте, әммә һуңғараҡ кире әйләнеп ҡайтты. Мин уларҙы хөрмәт итмәйем. Ләкин ҡайһы бер китеүселәр илде һәм беҙҙе “ҡыйнай”: төрлө каналдар алып бара. Илең һуғыш алып барғанда уны ҡыйнау - һатлыҡҡа тиң. Был кешеләр енәйәт эше ҡыла һәм улар – һатлыҡ йәндәр. Уларға кире юл юҡ. Ә уларҙың киләсәге нисек булыр – билдәһеҙ. Һатлыҡ йәндәрҙең яҙмышы һәр ваҡыт билдәһеҙ булған". - тигән фекерен еткерҙе Радий Фәрит улы.

Фото: put-okt.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в