Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2023, 15:50

“ӨфөПром”да - яңы цех

Тимер юл ауылында урынлашҡан “ӨфөПром” етештереү коммерция фирмаһында яңы цех асыу тантанаһы үтте.

“ӨфөПром”да - яңы цех
“ӨфөПром”да - яңы цех

 “ӨфөПром” етештереү коммерция фирмаһы металлургия комбинатында күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә һәм метиздар һатыу технологияһына эйә булған фекерҙәш коллектив тарафынан 2012 йылда ойошторола. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында металлургия өлкәһендә үҙ эшен асып ебәргән тырыштар биш йылдан һуң, производствоны артабан да йәйелдереү, үҫтереү ниәте менән тыуған ҡалаларында төпләнә. Бөгөнгө көндә компанияның етештереү базаһы - Иҙел башында, келәт майҙансығы Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Компания үҙе етештергән, шулай уҡ Рәсәй предприятиелары - “ММК-метиз”, “БМК”, “НЛМК-сорт” асыҡ акционерҙар һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең метиз продукцияһын һатыуға махсуслаша.

Компания тәүге йылдарҙа сөй һәм сеткалар өсөн сым етештереү менән шөғөлләнһә, 2020 йылда яңы кимәлгә сығырға йөрьәт итеп яңылышмай. Болт, сөй һәм башҡа изделиелар өсөн һалҡын килеш эшләнгән сым етештереүгә өлгәшеп, артабанғы үҫеш ала. 2021 йылда юғары ресурслы авиация-космос нығытмаһы өсөн сым етештерә башлай. Хәүеф тә ҙур, яуаплылыҡ, контроль, һәр бер этапта һынау... Проектты ябырға теләгән саҡтары ла аҙ булмай. Хәҙер быларҙың барыһы ла артта ҡалған. Коллектив ошо йүнәлеште һайлап, уның үҫешенә көс һала. Компания етештергән продукцияны һатып алырға теләүселәр ҙә табыла. Шуларҙың береһе - Түбәнге Новгородтың “Авиасервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Компанияның генераль директоры Сергей Захаров та яңы цехты асыу тантанаһында партнерҙарын яңы производство цехын асыуҙары менән ҡотланы, илебеҙ өсөн иҡтисадтың мөһим этабын уңышлы үтеүҙәрен теләне.

Былтыр “ӨфөПром” йәмғиәте производствоһын йәйелдереп, 2,0;2,5 һәм 3,5 мм диаметрлы ҡорос сым етештерә башлай. Заказдар етештереүҙең ҙур өлөшөн биләй. Төп заказды Рәсәйҙәге иң ҙур сәнәғәт холдингтарының береһе, 130 йыллыҡ тарихы булған Түбәнге Новгородтың “Труд” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй. Холдинг вәкиле Светлана Богданова продукция менән тәьмин итеүсе патнерҙарын мөһим ваҡиға менән ҡотлап, артабан да үҫеш теләне.

2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының авиация тармағын үҫтереү буйынса комплекслы программа сиктәрендә, “ӨфөПром” йәмғиәте производствоны киңәйтеү эшен башлай. Коллектив бер нисә йыл эсендә ҙур эш атҡарып сыға. Компанияның генераль директоры Андрей Спешилов етәкселегендәге команда ҡуйылған бурыстарын еренә еткереп, производствоны үҫтереүгә өлгәште. Ағымдағы йылда Дәүләт оборона заказдары менән әүҙем эш алып бара.

Бөгөнгө көндә компания штатында 43 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Үткән йыл штат 18 эшсегә артҡан булһа, икенсе йыл өҫтәмә 10-15 эш урындары булдырыу ҡаралған. Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше - ҡорос сым етештереү. Яңы цехҡа Ҡытайҙан өҫтәмә сым һуҙыу һәм термик ҡорамалдар һатып алынған. Яңы цех сафҡа инеү менән юғары киҫелешле сымдар, шул иҫәптән легирланған ҡорос етештереүҙең 50 процентҡа артыуы көтөлә.

Яңы цех асыу йәһәтенән, “ӨфөПром” коллективын район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин да ҡотланы, уңыштар теләне.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: