Тулыраҡ мәғлүмәтте республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, законға үҙгәрештәр республика биләмәһендә һатылған аҙ алкоголле продукцияның (сидр, һыра һәм һыра эсемлектәре, бал һәм пуаре) хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, граждандарҙы ялған эсемлектәрҙән һаҡлауға йүнәлтелгән. Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар бындай продукцияны маркировкалау талаптарын мотлаҡ үтәргә тейеш. Үрҙә әйтеп үтелгән аҙ алкоголле эсемлектәрҙе махсус реестрҙа теркәлгән ойошмалар ғына етештерергә хоҡуҡлы. Ойошманы реестрға индергәндә предприятиеға планлы тикшереү үткәрелә, уның барышында төп технологик ҡорамалдарҙың булыуын раҫларға кәрәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» составында метанол булған сидр менән күпләп ағыуланыу осрағы тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостанда 13 мең литр ошондай эсемлек асыҡланған.