Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2023, 15:54

Музей - хәтер һәм тәрбиә усағы

Инйәр башҡорт мәктәбендә крайҙы ѳйрәнеү музейы асылды. Бай йѳкмәткеле музей экспонаттарын йыйыуға, тупланған материалдарҙан экспозициялар тѳҙѳүгә, иң мѳһиме, музейҙы рәсмиләштереүгә мәктәп музейы директоры Асия Йосопова күп кѳс һалған.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

- Беҙҙең яҡты һәм нурлы мәктәбебеҙгә рәхим итегеҙ, - тип ҡаршыланы музей асыу тантанаһына саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбенең уҡыусылары, уҡытыусылары. Башҡорт мәктәбенә аяҡ баҫыу менән иң беренсе уҡыусыларҙың башҡортса аралашыуы, йылы мөнәсәбәт, ижади мөхит һиҙелә. Мәктәптә ҙур байрам, оло тантана икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Милли кейемдәр кейгән егет-ҡыҙҙар ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын бар нескәлегенә тиклем үтәп, ҡунаҡтарҙы буҙанан, сәксәктән ауыҙ иттерә. Дәртле башҡорт кѳйѳнә ихлас бейегән уҡыусыларға һоҡланып ҡараған ветеран-уҡытыусылар, район ауылдары мәктәптәре директорҙары, уҡытыусылар, ҡунаҡтар йөҙҙәрендә ҡәнәғәт йылмайыу балҡый. 
Башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Иҙрисов музей асыу тантанаһына саҡырылған ҡунаҡтарға тәү сиратта мәктәп буйынса экскурсия үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алып, иң тәүҙә интернатта йәшәгән уҡыусыларҙың йәшәү, уҡыу шарттары менән таныштырҙы. Артабан Рәфил Нуриәхмәт улы барыһын да башланғыс класс уҡыусылары янына әйҙәне. Ҡунаҡтарҙы бында ҡул оҫталарының иҫ киткес сағыу эштәре - күҙҙең яуын алып торған башҡорт балаҫтары, бәйләнгән, сигелгән әйберҙәр ҡаршы алды.
Инйәр ағинәйҙәре үҙҙәре лә сағыу милли кейемдәрҙә балаларға йөн эшкәртеү һәм балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Инйәр ағинәйҙәре балаларға һарыҡ йѳнѳн эшкәртеп, унан нимәләр эшләргә мѳмкинлеген аңлаттылар.
Оҫталыҡ, гүзәллек донъяһынан айырылып та өлгөрмәнек, алда беҙҙе тағы бер иҫ киткес гүзәл тамаша ҡаршы алды. Барыбыҙ ҙа йәйрәп ятҡан йәйләү яланына килеп сыҡтыҡ. Тыныс ҡына үлән уртлап йѳрѳгән йылҡы ѳйѳрѳ, хозур тәбиғәт ҡосағында ғорур баҫҡан тау итәгендә ситән кәртә менән уратып алынған бай тирмәләр, зауыҡ менән урынлаштырылған хужалыҡ әйберҙәре, бер яҡ ситтәрәк торған солоҡтар бында матур тормош ҡайнауын һүрәтләй. Был матурлыҡҡа һоҡланып та ѳлгѳрмәнек, тирә-яҡты шатлыҡлы ауаздарға күмеп балалар тауыштары яңғыраны. Барыбыҙ ҙа "Самрау" балалар театры сәхнәләштергән "Бала бәпләү" йолаһы эсенә йомолдоҡ. Һоҡланғыс был матур тамашаны яратып ҡараныҡ. "Самрау" балалар театры сығышы тәьҫораты аҫтында музейҙың бер ѳлѳшѳ булып торған башҡорт йәйләүе менән хушлашып, крайҙы ѳйрәнеү музейына үттек.
Музей эсенә барып ингәс тә, ҡап уртала урынлашҡан, боронғоса йыйыштырылған башҡорт ѳйѳ хайран итә. Нимә генә юҡ бында, үҙеңде башҡорт тормошо, йәшәү рәүеше, көнкүреше, милли рухы, моңо менән тулы сихри донъяға эләккәндәй хис итәһең. Ѳйҙѳң ҡап уртаһында урынлашҡан бишек үҙе үк башҡорттарҙа бала ата-инәгә алтын бағана икәнлеген, уның йәшәү мәғәнәһе, дауамы булыуы тураһында аңғарта.
Инйәр ҡатайҙарының тарихи шәжәрәһе үҙе бер ҡиммәтле хазина. Бында Арышпар, Сопханғол (Урман Рәүәт), Ҡолмас ауылдарына ҡағылған ѳлѳшѳ һүрәтләнгән. Шәжәрәне тѳҙѳүсе Ринат Шәйбәков был документ ѳҫтѳндә күп йылдар эшләй. Ошонда уҡ СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мѳбәрәков, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллиндың шәжәрәләре лә бар. Ауыл, мәктәп тарихы, уҡытыусыларға арналған стендтар, Инйәр тѳбәгенән сыҡҡан билдәле кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәр, Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар, тыл эшсәндәренең исемлектәре, фотоһүрәттәре урынлаштырылған, халҡыбыҙҙың борон кѳнкүрештә ҡулланған әйберҙәре - барыһы ла бар. Бай йѳкмәткеле музей экспонаттарын йыйыуға, тупланған материалдарҙан экспозициялар тѳҙѳүгә, иң мѳһиме, музейҙы рәсмиләштереүгә Асия Йосопова күп кѳс һалған. Музей директоры Асия Рим ҡыҙы музей башланғысына нигеҙ һалған Зәкиә Сабит ҡыҙы Динисламоваға, ветеран-уҡытыусы Нәғимә Сәлимйән ҡыҙы Шәриповаға, Ринат Гәрәй улы Шәйбәковҡа, музейҙы биҙәүҙә, экспонаттар урынлаштырыуҙа, быға тиклем буш торған мәктәп холын башҡорт йәйләүе итеп эшләргә тигән теләкте хуплап, күтәреп алған һәм тормошҡа ашырырға ярҙам иткән башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисовҡа, Инйәрҙең 1-се мәктәп музейы директоры Динә Дәүләтбай ҡыҙы Күсербаеваға рәхмәтле. Асия Йосопова музей асыу тураһындағы уй менән, мәктәп интернатында уҡыған балаларҙы 1-се мәктәптең музейын ҡарарға алып барғас, ныҡлап тоҡанып китә. Үҙе әйтмешләй: - Башҡорт мәктәбендә бай йѳкмәткеле музей мотлаҡ булырға тейеш, - тигән ҡарарға килә ул. Асия Рим ҡыҙы байрам тантанаһын музыкаль яҡтан биҙәгән һәләтле уҡыусыларға, уҡытыусыларға, "Самрау" балалар театры етәксеһе Әлиә Саматоваға, театрҙың кескәй артистарына, музей асыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ѳлкән ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов, "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова, Инйәр хакимиәте башлығы Алена Кучербаева, Инйәр башҡорт мәктәбенең тәүге директоры Насир Әлибаев, яҙыусы, тарихсы Ринат Шәйбәков, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, элекке физика-математика уҡытыусыһы Ләлә Ғәйнуллина, район мәғарифы идаралығы начальнигы урынбаҫары Нелля Польщикова, башҡорт теле буйынса методист Лариса Әхмәтшина, Инйәр дауаханаһының баш табибы Зариф Суфянов, "Урал" кафеһы директоры, эшҡыуар Миннихан Ғәйнетдинов, Инйәрҙең 1-се мәктәбе, Йѳйәк, Асы, Манышты, Үҙәнбаш, Шығай мәктәптәре директорҙары музейға бүләктәрен тапшырҙы.
Халҡыбыҙҙың ҡиммәтле хазиналарын быуындан-быуынға тапшырыуҙа, балалар күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, уҡытыу-тәрбиә эшендә мәктәптәрҙәге музейҙарҙың әһәмиәте ҙур.
Бынан ары Инйәр башҡорт мәктәбенең крайҙы ѳйрәнеү музейы ошонда белем алған мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән, Инйәргә яҡын урынлашҡан ауылдарҙың мәктәптәре уҡыусылары ѳсѳн дә, беҙҙән алда донъя кѳткән атай-олатайҙарҙың тарихи үткәнен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кѳнкүрешен ѳйрәнеү, тематик осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу урыны булыр, тип ышанғы килә.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: