Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2023, 23:29

89 төбәктең ҡаҙанышы күрһәтелә

Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды. ВДНХ комплексының ҙур майҙансығында илдең иң әһәмиәтле ҡаҙаныштары урын алған.

89 төбәктең ҡаҙанышы күрһәтелә
89 төбәктең ҡаҙанышы күрһәтелә

Совет осоронда халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 15 республика ҡатнаша. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында был легендар экспозиция майҙансығы көрсөк кисерә, биналарҙың бер өлөшөн коммерция предприятиелары биләй. Бөгөн барыһы ла кире әйләнеп ҡайтты тиергә була. Майҙанда илдең иҡтисад, фән, мәҙәниәт, социаль өлкәләрҙәге уңыштары күрһәтелә.

Күргәҙмә-форум 2024 йылдың апрель уртаһына тиклем дауам итәсәк. Унда илдең 89 төбәге лә ҡатнаша, 130-ҙан ашыу экспозиция йәйелдерелгән. Күргәҙмәнең 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асылыуы үҙенә күрә бер билдә булып тора. Бөгөнгө ауыр ваҡытта Рәсәй халҡы берҙәмлек күрһәтә.

Башҡортостан экспозицияһы — иң ҙур һәм “текә”ләрҙең береһе. Стенд республиканың киләсәген һүрәтләгән йыһан карабы формаһында башҡарылған. Төбәгебеҙҙең боронғо замандан алып беҙҙең көндәргә тиклемге тарихы менән танышырға була.

Айрата Нурмөхәмәтов фотолары.

 
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: