Яңылыҡтар
14 Ноября 2023, 10:42

2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды. 1 ғинуарҙан ул 13 753 һумға еткерелә (хәҙер 12 650 һум). Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме - 14 991 һум, пенсионерҙарға - 12 530 һум, балаларға 13 340 һум була.

2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды
2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, йәшәү минимумы халыҡтың йәшәү кимәлен асыҡлау һәм уларҙы аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына индереү өсөн ҡулланыла. Ул дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләү өсөн кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-14/v-bashkirii-utverdili-prozhitochnyy-minimum-na-2024-god-3519273

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас