Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь , 16:44

Республикала һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция яңыртылды

Инвесторҙарға ярҙам итеү йәһәтенән, Башҡортостанда һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция яңыртылды.

Республикала һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция яңыртылды
Республикала һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция яңыртылды

Инструкция Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында (https://investrb.ru/ru/business), Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы (https://house.bashkortostan.ru) һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар сайттарында урынлашҡан.

- Ентекле күрһәтмә арҡылы инвесторҙар технологик тоташтырыуҙа эҙмә-эҙлекле эш итеү тәтибе, һәр этапта талап ителгән документтар пакеты, ғариза формалары һәм бланкылары, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың контакттары тураһында мәғлүмәт эҙләүгә артыҡ ваҡыт сараф итмәйәсәк, - тип билдәләне төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов.

Инстркуцияға шулай уҡ документтар алыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле күрһәтмә, тоташтырыу процесын еңелләштереүсе һанлы сервистарға һылтанмалар өҫтәлгән.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в