Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2023, 12:12

Торатауҙа - Ҡыш бабай резиденцияһы

«Торатау» геопаркында Ҡыш бабай резиденцияһын асырға әҙерләнәләр. Ул үҙ эшен 14 декабрҙә башлай һәм ҡунаҡтарҙы 2024 йылдың 7 ғинуарына тиклем ҡабул итә, тип яҙа Ufatime порталы.

Торатауҙа - Ҡыш бабай резиденцияһы
Торатауҙа - Ҡыш бабай резиденцияһы

Ауылға барыу өсөн 8 (987) 254-20-24 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Шылтыратыуҙарҙы 8 декабрҙән ҡабул итә башлайҙар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы 24 декабрҙә асыла. Быйыл ул «Азимут» ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаша, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас