Яңылыҡтар
28 Ноября 2023, 09:26

Металлургия комбинаты остаздары курстарҙа белем ала.

Белорет металлургия комбинатында йәш белгестәрҙе производствоға өйрәтеү инструкторҙары өсөн психологик-педагогик курстар үтә.

Металлургия комбинаты остаздары курстарҙа белем ала.Металлургия комбинаты остаздары курстарҙа белем ала.
Металлургия комбинаты остаздары курстарҙа белем ала.

Төрлө цехтар һәм подразделениеларҙан бөтәһе 80-гә яҡын завод эшсеһе квалификацияһын күтәрә. Уҡытыу һөнәри белем алыуға йәлеп ителгән белгестәрҙең белемен, оҫталығын һәм күнекмәләрен камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Курстар бер нисә көн дауам итә һәм психология һәм педагогика, уҡытыу методикаһы буйынса белем бирә. Уларҙы тамамлағандан һуң инструкторҙар тест үтә, уларға квалификацияһын күтәреү тураһында таныҡлыҡ бирелә.

- Беҙҙең остаздар - үҙ эшенең оҫталары, бай тәжрибәгә һәм квалификацияға эйә. Һәм бындай семинарҙар уларға белем алырға, яңы эш башлағандарға һөнәр нескәлектәрен аңлатырға, яҡшы белгестәр үҫтерергә мөмкинлек бирә, - тине "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.

Оксана БОРОВЫХ,

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге етәксеһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас