Яңылыҡтар
7 Декабря 2023, 12:24

“Китмәгеҙ, торналар!”

Үткәл ауылының "Ѳмѳт" һәүәҫкәр театры артистары яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһы буйынса сәхнәләштергән спектаклде ауыл тамашасылары иғтибарына сығарҙы.

Сәхнәлә тѳн ҡараңғылығын йыртып ялт-йолт итеп йәшен уйнатып һалҡын ямғырҙың ҡойоп яуғаны һүрәтләнә. Тәбиғәттең  кешеләрҙе фажиғә булырын алдан иҫкәрткән кеүек ҡоторған мәле. Ошо шомло ҡараңғылыҡта кеше һынын тѳҫмѳрләткән күләгә күренә.  
Тамашасыларҙың иғтибарын ғына түгел, бар күңелен тәүге минуттарҙан уҡ үҙ эсенә йолоп алған әҫәр бына шулай башланып китте Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә. Үткәл ауылының "Ѳмѳт" һәүәҫкәр театры артистары яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһы буйынса сәхнәләштергән спектаклде ауыл тамашасылары иғтибарына сығарҙы. Сәхнә әҫәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы, тамашасыларҙың күңеленә үтеп инеп, тетрәнергә, уйланырға  мәжбүр итте. Драма мәңгелек тема - кешелек яҙмышын һаҙлыҡҡа этәргән эскелек тураһында. Эскелек һаҙлығына батҡан ҡатын-ҡыҙ, ирҙәрҙең аяныслы яҙмышы үҙҙәренең генә түгел тотош ғаиләнең тормошон юҡҡа сығара. Үткәл ауылының һәүәҫкәр артистары ошо ауыр һәм ҡатмарлы драма әҫәрен бар тулылығында тамашасылар күңеленә үтеп инерлек итеп уйнауға иреште. Бәхетле ғаиләгә тѳрмәнән сыҡҡан, насар ғәҙәттәргә эйә булған, эскелек менән мауыҡҡан йәш ҡатын Сәриәнең килеп инеүе барыһының да яҙмышын ҡара упҡынға этәрә. Балам, тип ѳҙѳлѳп торған Бибизатаның, бәхеткә ынтылған уның улы Әлмѳхәмәттең яҙмыштары аяныслы тамамлана. Эскән әсә кеше үҙенең балаларын да ҡыҙғанмай, тормош упҡынына ташлай. Сәхнәлә барған күренештәр тамашасылар күңелен аҡтарып сығарҙы, күптәр күҙ йәштәрен тыя алмай Сәриә менән Исламды ҡәһәрләне. Яҙыусы әҫәр геройы Сәриәгә  яҙмышын үҙгәртеп ебәрергә, яҡшы яҡҡа борорға мѳмкинлек бирә, әммә ҡатын ҡабаттан тайғаҡ юлды һайлай һәм бар ғаиләне һәләкәткә этәрә. Драманың башынан алып, аҙағына тиклем торналар культы килә. Автор әҫәр геройҙарынан таҙарыныр, эскелектән арындырыр кѳстѳ тәбиғәттән һората. Әммә эскелек менән рухы һынған, мейеһе ағыуланған кешегә үҙенең теләге булмаһа, тәбиғәт тә ярҙам итә алмай. 
Драмала  йәмғиәтебеҙҙең бѳгѳнгѳ кѳндә лә иң актуаль темаларҙың береһе күтәрелә. Һүҙ ғаилә тотҡаһы булырға тейешле әсә кешенең  насар ауырыу - эскесе булыуы тураһында бара. Яҙыусы ошо әҫәре менән бар донъяны эскелектең ҡот осҡос ауыр эҙемтәләргә килтереүе тураһында иҫкәртергә теләй. Эскелектән ғаиләләр тарҡалыуын, ауырыу балалар тыуыуы тураһында саң ҡаға.
Кѳслѳ трагик драманы сәхнәгә сығарырға йѳрьәт иткән Үткәл мәҙәниәт йортоноң "Өмөт" театры һәүәҫкәр артистарының ролдәрҙе бирелеп, оҫта уйнауы шатландырҙы. 
Бибизата ролен  Үткәл мәҙәниәт йортоноң  художество етәксеһе Гүзәл Шәғәлина, Әлмѳхәмәт -  Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Үткәл мәҙәниәт йортоноң "Үткәл" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Иршат Шәғәлин, Сәриә ролен Үткәл тѳп белем биреү  мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, математика уҡытыусыһы Нәркәс Йомағужина, Гѳлсибәр - Үткәл тѳп белем биреү мәктәбенең III класс уҡыусыһы Азалия Мырҙабаева, Ислам - шәхси эшҡыуарҙа бригадир булып эшләгән Денис Айытбаев, Шәйхел - Үткәл мәктәбен  йылылыҡ тәьмин итеү буйынса оператор Фәнгиз Ямалетдинов, Ямал - Үткәл балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилбәр Ямалетдинова башҡарҙы. Спектаклде ҡуйыусы "Ѳмѳт" һәүәҫкәр театрының етәксеһе Мәҙинә Йомағужина, әҫәрҙе техник яҡтан биҙәүсе Әлиә Айытбаева, Үткәл ауылы китапханасыһы, тауыш операторы Сулпан Мырҙабаева үҙҙәренең алдына ҡуйған маҡсаттарына ирештеләр. Ҡоҙғон-Әхмәр тамашасылары артистарға ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп, алҡыштарға күмде.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас