Яңы йыл алдынан урындағы полицейскийҙар Рәсәй Федерацияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларының, Запорожье, Херсон өлкәләренең социаль һәм белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре өсөн татлы бүләктәр тупланы.
Ошо көндәрҙә Яңы йыл тәм-томдары, байрам наборҙары республиканың баш ҡалаһына ебәрелде. Өфөнән иһә йыйылма гуманитар йөк адресаттарға юлланасаҡ.
Ауыр тормош шарттарында ла йөҙләгән ҡыҙ һәм малай мөғжизәле байрамды көтә, изге теләк-хыялдарының тормошҡа ашырына өмөтләнә. Беҙҙең бүләктәр ҙә балаларға һөйөнөс өләшер, яңы йыл тылсымына нығыраҡ инандырыр, моғайын
Гүзәл ДРОНОВА,
Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.