

Район ағинәйҙәре башлығы Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова етәкселегендә Инйәр, Абҙаҡ, Сосновка, Әзекәй, Үҙәнбаш, Ғәбдөк, Манышты, Уҫманғәле ағинәйҙәре Инйәр мәҙәниәт йортонда йыл буйына эшләгән эштәренә йомғаҡ яһаны. Иң тәүҙә ағинәйҙәр Инйәр хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ләйсән Юлдашева һәм Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Фаяғѳл Сәйғәфәрова оҙатыуында 2-се Инйәр башҡорт мәктәбе музейы, “Башҡорт өйө” менән танышты. Музей етәксеһе Асия Йосопова уларға ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Йыйындың тантаналы өлөшө Инйәр мәҙәниәт йортонда дауам итте. Уны Инйәр хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ләйсән Юлдашева менән Инйәр мәҙәниәт йорто дтиректоры Гөлназ Бәхтиәрова тел тураһындағы шиғыр менән асты. Башҡорт теле көнө уңайынан сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәренән һуң улар телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Зөбәржәт Суфьяноваға, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдиноваға Рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Шулай уҡ Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы үҙенең һәм республика ағинәйҙәре етәксеһе Гөлфиә Янбаева исеменән ауылдарыбыҙҙағы ағинәйҙәр етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Фаягөл Ҡасим ҡыҙы йыл буйына башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлап, киләсәккә пландары менән бүлеште. Ғөмүмән, Инйәр ағинәйҙәренең эше юғары баһаға лайыҡ.
Шулай уҡ үҙҙәренең атҡарған эштәре менән Сосновка ағинәйҙәре етәксеһе Земфира Кәримова, Абҙаҡтан Вәсилә Хәзиева, Үҙәнбаштан Әлиә Мөхәмәтйәнова, Әзекәйҙән Клара Мостафина, Ғәбдөктән Рәүфә Айытбаева, Маныштынан Зилә Сәмситдинова, Уҫманғәленән Кәримә Исламова таныштырҙылар һәм байрам менән ҡотланылар. Ағинәйҙәрҙең һәр яҡлап та оҫта, уңған булыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Һөйөклө ҡатын, әсәй, өләсәй генә түгел, аҫыл ил ҡыҙҙары ла бит улар. Тормошобоҙҙо алға әйҙәүселәр ҙә, йәмләүселәр ҙә һәм һаҡлаусылар ҙа. Тап ағинәйҙәребеҙҙең йөрәк һәм күңел йылыһы илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙға көс һәм рухи ныҡлыҡ, еңеүгә ышаныс өҫтәй. Аралашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙарҙан һуң Йыйындың тантаналы өлөшө Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә, Мәрйәм Солтанова көйөнә яҙылған "АҒИНӘЙҘӘР" йырын башҡарыу менән тамамланды.
Сәхнә оҫталары Сәғилә Сөләймәнова, Мөхәмәтдин Абдулкәримов, Алһыу Хәсәнова, Айгүзәл Валаманова, "Йәмәлекәй" фольклор ансамбле бик матур концерт номерҙары һәм "Атайсалым" темаһына йола күрһәтте.
Зѳлфирә Сѳләймәнова.