Яңылыҡтар
18 Декабря 2023, 09:42

Бәхил бул, батыр!

Иҙел башы Украинала барған махсус операция мәлендә һәләк булған яҡташыбыҙ Илшат Йосопов менән хушлашты.

Бәхил бул, батыр!Бәхил бул, батыр!
Бәхил бул, батыр!

Илшат Мәһәҙей улы 1982 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 10-сы мәктәбен тамамлағас, 26-сы һөнәрселек училищеһында ташсы-иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2008 йылда Өфө ҡалаһының гуманитар техникумын тамамлай.
2000-2002 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта, һауа-десант ғәскәрҙәре сафында, водитель булып хеҙмәт итә. 2008 йылға тиклем ҡаланың ЮХХДИ бүлегендә эшләй, кесе лейтенант званиеһын ала. Һуңынан электрик, “Ростелеком” компанияһында монтажсы булып эшләй, кабель телевидениеһын үткәрә.
Тормош иптәше Алина Рәүф ҡыҙы менән Дим һәм Артур исемле улдар тәрбиәләйҙәр.
Ғаиләһе әйтеүенсә, Илшат Мәһәҙей улы балалар менән шөғөлләнергә яратҡан, оҫта ҡуллы булған. Ярҙамсыл, намыҫлы, изге күңелле егеттең дуҫтары ла күп ине, ти, яҡындары. Һәр ваҡыт Тыуған иленең патриоты була, Ватанын яҡларға теләй.
2022 йылдың 16 октябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операция зонаһына, Донецк Халыҡ Республикаһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 1219-сы мотоуҡсылар полкы уҡсыһы була, ефрейтор хәрби званиеһын ала.
Бәхил бул, батыр!

Наил ШАКИРОВ фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас