Яңылыҡтар
29 Декабря 2023, 06:18

Баймырҙиндар "Йәш ғаилә" конкурсы еңеүсеһе

Башҡортостанда “Йәш ғаилә-2023” республика йәштәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы 21 декабрҙә “Торатау” Конгресс-холында үтте.  

Баймырҙиндар "Йәш ғаилә" конкурсы еңеүсеһеБаймырҙиндар "Йәш ғаилә" конкурсы еңеүсеһе
Баймырҙиндар "Йәш ғаилә" конкурсы еңеүсеһе

Белореттан Баймырҙиндарҙың күп балалы ғаиләһе еңеүсе булды. Ете йыл бәхетле никахта йәшәгән Нәркәс һәм Айнур өс улға әсәй һәм атай. Алмаз менән Ирхан конструкторлыҡ һәм робототехника менән мауыға, Иҙел һүрәт төшөрөргә һәм уҡырға ярата.

Уларҙың ғаилә берҙәмлеге, тәбиғәткә һөйөү, милли традицияларҙы хөрмәт итеү нигеҙҙендә ҡоролған.  Баймырҙиндар әйтеүенсә, ғаилә бәхетенең сере, тәү сиратта, бер-береңде яратыуҙа, үҙ-ара аңлашыуҙа, хөрмәт һәм ярҙам итеүҙә тора, Һәм, әлбиттә, тоғролоҡта, сөнки ышаныс нигеҙендә төҙөлгән мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт ныҡлы буласаҡ. Тәбиғәттә бергә ваҡыт үткәреү ғаилә традицияһы ғаилә бәйләнештәрен нығытыуҙан тыш, балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә ҡарата яуаплылыҡ һәм иғтибар тәрбиәләй.

Баймырҙалар ғаиләһен республика конкурсында Белорет районын лайыҡлы күрһәткәне өсөн ҡотлайбыҙ! Ғаилә усағығыҙ һаулыҡ, именлек һәм күңел йылыһы менән тулһын, һәм бөтә изге эштәрҙә уңыштар юлдаш булһын!

Йәштәрҙең ял үҙәге сайтынан алынды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас