+17 °С
Облачно
3 ғинуарҙа Абҙаҡ ауылы янғын һүндереүселәре дежур-профилактик патруллек үткәрә. “Ҡояшлы” урамында уларға ҡатын мөрәжәғәт итә. Наталья Фролова әйтеүенсә, бесәйе эттәрҙән ҡурҡып ағас башына менә һәм ике тәүлек тиерлек ботаҡта төшә алма ултыра. Хужалар йорт хайуанын төшөрөр өсөн күпме генә тырышлыҡ һалһа ла, һөҙөмтә бирмәй.
- Халыҡҡа ярҙам итеү - беҙҙең эшебеҙ. Бесәй ҙә үҙен тыныс тотто. Мин тешләшер тип уйлаған инем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты янғын һүндереүсе Урал Зәйтүнов.
Азамат НӘБИУЛЛИН,
Абҙаҡ янғын часы наальнигы.
Фото: янғын часы архивынан.