Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 15:04

Ҡорос ат йүгәнләүселәр ярышты

Хеҙмәт кешеһенә дөрөҫ ял ойоштора белеү ҙә зарур. Бер төрлө тормош ялҡытып киткәндә, бигерәк тә ауыл ерендә, ҡыҙыҡлы саралар ойоштороп, күңелде ҡуҙғытып алыу - артабан дәртләнеп донъя көтөргә яҡшы этәргес ул. Ә өҫтәүенә рысыҡайҙар “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика конкурсында ҡатнашып, тракторлы булырға ла өмөт итә.

Ҡорос ат йүгәнләүселәр ярышты
Ҡорос ат йүгәнләүселәр ярышты

Ҡыш ыжғыр бурандары, һыуыҡтары менән ҡурҡытып тороуға ҡарамаҫтан, Рысыҡай халҡы Яңы йыл байрамдарын күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Был йәһәттән ауыл йәмәғәтсеһе, республика конкурсының инициатив төркөм ағзаһы Гөлсинә Аҫылбаева ойоштороу эштәрен алдан башлағайны инде: саралар тураһында белдереү таратты, тормош иптәше Илфат Латипов менән командалар төҙөп тә ҡуйҙы.

Ысын ир-егет техника менән оҫта эш итә белергә тейеш... 7 ғинуарҙа быны йәнә бер ҡат иҫбатларға ауыл ир-егеттәре ҡорос аттарында уҙышҡа сыҡты. Тәүҙә ауыл буйлап тракторҙар парады үтте, һуңынан барыһы ла мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Йәрәбә тартып ике командаға бүленгәс, “Әрүәк” һәм “Ҡатай” командалары араһында ярыш башланды. “Әрүәк” командаһына Илфат Латипов, Ришат Әхмәтов, Мөхәмәт Бадалов, Альфред Әүбәкиров, Марат Хәлитуллин инһә, “Ҡатай” командаһын Иршат Латипов, Рәил Әфләтүнов, Вил Аҙнабаев, Денис Түлебаев, Азамат Әүбәкиров тулыландырҙы.

Оҫталар тракторҙары менән ағас һөйрәтеү, техникаһында тәгәрмәстәр араһынан зигзаг менән үтеү, арбаны гаражға индереү ярыштарында ҡатнашты. Ярыштың тәүге шарты буйынса, тракторҙарҙа тәрән көрттө йырып барып, алдан әҙерләнгән ағасты йәһәт кенә тағып, кире әйләнергә тейеш ине. Егеттәр бер-береһенән ҡалышмай, ҡуйылған бурысты тиҙ арала атҡарып сыҡты. Тракторҙар ярышы бөткәс, ир-егеттәр араһында эстафета уйындары башланды. Тюбингка кеше ултыртып, тупты таяҡ менән этәләп йүгереү, бер саңғыға өс кеше баҫып ярышыу, суҡмар менән боҙ онтау, “Тарт-эт” уйындарында үҙҙәрен һынаны.

Техника менән ағас һөйрәтеүҙә, арбаны гаражға индереүҙә, туп тәгәрәтеүҙә, саңғыла уҙышыуҙа, “Тарт-эт” уйынында “Ҡатай” командаһы еңһә, тюбингта, тәгәрмәстәр араһынан йүгереүҙә, зигзаг үтеүҙә “әрүәк”тәр етеҙ һәм сос булып сыҡты. Суҡмар менән (күҙ бәйләнгән килеш) боҙ онтауҙа дуҫлыҡ еңде. Көсөргәнешле ярыш “Ҡатай” командаһының еңеүе менән тамамланды.

“Инициатив төркөм ағзаһы булараҡ саралар үткәрергә кәрәк булғас, тормош иптәшем Илфат Латипов менән ошо ярышты үткәрергә килештек. Ауылыбыҙҙың актив егеттәре теләгебеҙҙе шунда уҡ күтәреп, йөпләп тә алды. Программаны оҡшаттылар, үҙҙәре лә тулыландырып ебәрҙе.

Егеттәр үҙҙәре лә 500-өшәр һум аҡса бирҙе. Беҙ бүләктәр, тәм-томдаралдыҡ. Шул тиклем трактор алғыбыҙ килә, күрәһең, хатта бүләккә “Трактор” тип яҙылған наборҙар һатып алдыҡ. Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Минһажетдинова әүҙем егеттәрҙе грамоталар менән бүләкләне. Ярыш сәй табыны менән тамамланды. Уйындарҙа ҡатнашҡан егеттәргә ҙур рәхмәтемде белдерәбеҙ. Үҙегеҙгә, ғаиләгеҙгә ныҡлы һаулыҡ,оҙон ғүмер, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Гел шулай дәртле-дарманлы, сос, өлгөр булып ҡалығыҙ.Ауылым тип янып-көйөп тороғоҙ, абруйын күтәрегеҙ!” - тине ГөлсинәАҫылбаева.

Был көндә ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торорға көйәрмәндәр ҙә күп йыйылғайны. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары уйынсыларға ҡайнарсәй әҙерләне, ә көйәрмәндәр үҙҙәренекеләрҙе дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙо. Һәр кем бындай сағыу саранан күтәренке рух алып ҡайтты.

Розалина АҪЫЛБАЕВА фотолары.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас