Яңылыҡтар
17 Января 2024, 06:28

Яҙыусының тыуған көнөнә арналды

Бөгөн Сермән модель китапханаһында билдәле яҙыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәте романисы Яныбай Хамматовтың тыуған көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Уға бөгөн 99 йәш тулды.

Сараға Сермән мәктәбенең V класс уҡыусылары саҡырылды . Китапханасылар балаларға яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне, китаптар, документтар һәм яҙыусының ҡайһы бер шәхси әйберҙәре, "Төньяҡ амурҙары" романы-дилогияһын яҙыу өсөн архивтан яҙмалары булған көндәлек күрһәтелгән стенд менән таныштылар.

Сара барышында ҡурай моңдары, “Башҡорттар китте һуғышҡа” йыры, видеофильмдарҙан өҙөктәр яңғыраны.

Балаларҙа яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Яныбаевнаның Сергей Аксаковтың  “Алһыу сәскә" әкиәтен иллюстрациялау өсөн эшләгән ҡурсаҡ һарайы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Проект авторы һәм төҙөүсеһе Яныбай Хаммат улының ейәнсәре - Алһыу Хамматова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас