Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2024, 14:39

Муттарҙан һаҡ булығыҙ

18 ғинуар көнө полиция бүлегенә ҙур сумманан ҡолаҡ ҡаҡҡан район хакимиәте хеҙмәткәре мөрәжәғәт итә.

Муттарҙан һаҡ булығыҙ
Муттарҙан һаҡ булығыҙ

Ғаризала аңлатылыуынса, бер нисә коллегаға мессенджерҙа “етәкселектән” хәүефһеҙлек хеҙмәтенән шылтыратыу тураһында иҫкәртеү килә. Күптәр был мәғлүмәттең ялған булыуын шундуҡ төшөнә. Ә бына етәксеһенә ышанырға күнеккән зыян күреүсе бәйләнешкә ингән “хоҡуҡ һаҡлау органдары” һәм “банк вәкилдәре”нең ҡушҡанын һүҙһеҙ үтәй. Шылтыратыусылар ҡатынға кемдеңдер уның исеменә кредит алырға маташыуы һәм шуға күрә аҡсаны икенсе иҫәпкә күсереү зарурлығы тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә ҡатын 600 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Шул көндө мутлашыусылар 49 йәшлек ҡатынды ла төп башына ултырта. Уға енәйәтселәр кәрәҙле элемтә операторы булып шылтыратып, сим-картаһының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғанын хәбәр итә. Ошоға бәйле финанс юғалтыуҙарға тарыу ихтималлығын иҫкәртеп, ҡатынға банк иҫәбендә һаҡланған аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим итәләр. Зыян күреүсе енәйәтселәргә ышанып, 82 мең һум самаһы аҡсаны сит иҫәпкә күсерә.   

Был факттар буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының “Мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Сит иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Һәр мәғлүмәтте яңынан тикшереү зарур. Таныш булмаған кеше менән телефондан аралашыуҙан тыйылығыҙ. Әгәр шылтыратыу йәки смс-хәбәр шикле тойола икән, яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гүзәл ДРОНОВА,

район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас