Хөкөм ителмәгән, юғары юридик белемле, шәхси һәм эшлекле сифаттары, физик әҙерлеге, һаулыҡ торошо буйынса полиция хеҙмәткәре вазифаһын башҡарырға һәләтле, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән 18-35йәшлек кандидаттар талап ителә.
Эшкә урынлаштырыу Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы ғәмәлләшә. Хеҙмәт хаҡы аҡсалата түләнә. Был уның матди тәьминәтенең һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген дәртләндереүҙең төп сараһы булып тора. Шулай уҡ отпуск һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро ла түләүле. Хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын бер эш хаҡы күләмендә матди ярҙам күрһәтелә.
Ғәмәлдәге федераль ҡануниәткә ярашлы, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә түбәндәге социаль гарантиялар бирелә:
- хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм һаулығын страховкалау;
- льготалы шарттарҙа пенсияға сығыу өсөн хеҙмәт стажын иҫәпләү;
- бушлай медицина һәм шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе (дауаланыу урынына тиклем юл хаҡы түләнә);
- РФ Эске эштәр министрлығының уҡыу йорттарында бушлай белем алыу мөмкинлеге (эш хаҡы һаҡлана);
- хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларының Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан ял итеү урынына барып ҡайтыу өсөн сарыф ителгән юл сығымдары тулыһынса ҡаплана;
- 10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн бер тапҡыр түләнә торған социаль түләү;
- торлаҡты ҡуртымға алған өсөн аҡсалата компенсация;
- хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына йәшәү урыны буйынса дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар бүленә (льготалы сират).
Эшкә урынлашыу йәһәтенән һорауҙар менән район эске эштәр бүлегенең шәхси состав менән эшләү бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6, 604-се кабинет. Телефоны: 8 (34792) 5-70-26.
Гүзәл ДРОНОВА,
район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.