Әйтәйек, Черниковка дауаханаларының береһендә ковид-госпиталь эшен яҡшы ойошторған һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған өсөн ул Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнгән.
2022 йылдың көҙөндә ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға киткән. Яуҙа ул үҙенең полкының медицина пункты етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.
«Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы тураһында күптән түгел генә билдәле булды. Указға 2023 йылда ҡул ҡуйылған.
«Бер ваҡыт көндөҙ операция бүлмәһенә ингәйнем, тәүлек үткәс кенә сыҡтым, — шулай тине хәрби хирург үҙенең профессиональ һәм хәрби батырлығы тураһында. — Өйгә ҡайтҡас, яратҡан эшем — лапароскопик хирургия менән шөғөлләнергә хыялланам».