+22 °С
Ясно
Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр. Рәйфә Латипова хәрбиҙәр өсөн йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Рауза Попова Ростовтағы госпиталь өсөн материал һатып алып, түшәк япмалары тегә. Гөлсөм Баязитова һалма әҙерләгән. Ул оҙайлы һаҡлауға яраҡлы продуктты киптергән, уны ебәреү өсөн тоҡсайҙарға тултырған. "Тәмле өй һалмаһы яугирҙарға тыуған йорт йылыһын һәм өй усағын еткерһен", - тип теләй хужабикә.
Февралдә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылыуы көтөлә. Яугирҙар арттарында ышаныслы тыл барлығын белә.