Алкотестер ярҙамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары 25 йәшлек ҡыҙҙың ысынлап та иҫерек булыуын билдәләй. Мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшереү уның быға тиклем дә эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеүен күрһәтә. Уҙған йылдың май айында ҡыҙ ошондай уҡ хәлдә тотола һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был ҡылығы өсөн 30 мең һумлыҡ штраф һалынып, йыл ярымға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Киҫекһеҙ туташ штрафты түләүен түләгән, әммә һабаҡ алмаған.
Был осраҡ буйынса тәүтикшереү бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙ үҙ ғәйебен таныған һәм үкенеүен белдергән. Әлеге ваҡытта тикшереү эше тамамланып, материал суд ҡарамағына тапшырылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, законһыҙ ғәмәлдәрҙән ситен булырға саҡыра. Юл ҡанундарын тупаҫ боҙған водителдәр йәки йәйәүлеләр тураһында 8(347)279-32-92 телефон һандары йә @GIBDDRB_02bot телеграм-чат аша хәбәр итергә мөмкин.