Яңылыҡтар
1 Февраля 2024, 09:27

Рәсәйҙең Оборона министрлығы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йомғаҡ яһаны

Илдең Оборона министрлығы 2023 йылға йомғаҡ яһап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларының нисек бойомға ашырылыуы хаҡында һөйләне.

Рәсәйҙең Оборона министрлығы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йомғаҡ яһаныРәсәйҙең Оборона министрлығы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йомғаҡ яһаны
Рәсәйҙең Оборона министрлығы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йомғаҡ яһаны

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр миллион ярым кеше хәрби хеҙмәт үтергә ғариза биргән. Уларҙың 490 меңе үҙ теләге менән контракт төҙөгән. Махсус операция барышында 320 мең хәрби дәүләт наградалары менән билдәләнгән, 272 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған. Республикабыҙҙан ете ир-егет — өлкән лейтенант Степан Белов, гвардия майоры Борис Дудко, подполковник Денис Чернавин ошо юғары исемгә лайыҡ булған, ә десантсылар взводы командиры, старшина Алмаз Сафин, танкист, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин, разведчик, өлкән лейтенант Максим Серафимов һәм прапорщик Тамерлан Илһамов үлгәндән һуң бүләкләнгән.

56 мең яугирҙың ғаиләһенә торлаҡ бирелгән. Торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөүгә субсидия рәүешендә 73 миллиард һум бүленгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-02-01/minoborony-rossii-podvelo-itogi-po-podderzhke-uchastnikov-svo-v-2023-godu-3625490

Фото: Башинформ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас