Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2024, 16:33

Педагогик эшмәкәрлектең заманса компетенцияларын формалаштырыу

Бөгөн Белорет педагогия колледжында III Валавин педагогик уҡыуҙары сиктәрендә ойошторолған “Һанлы уҡытыусы” (“Цифровой учитель”) педагогик хакатоны башланды.

Педагогик эшмәкәрлектең заманса компетенцияларын формалаштырыу
Педагогик эшмәкәрлектең заманса компетенцияларын формалаштырыу

Педагогик хакатон тип мәғариф практикаһы өлкәһендәге яңы ҡарарҙар һәм эшләнмәләрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән, уларҙы һынау кимәленә еткереүҙе күҙаллаған, ваҡыты сикләнгән динамик сараны атайҙар. Хакатон форматы белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙы (педагогик кластарҙа белем алыусыларҙы, студенттарҙы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе) педагогик эшмәкәрлектең заманса тәжрибә моделдәрен булдырыу йәһәтенән берләштерергә мөмкинлек бирә.

 Уның төп маҡсаты - педагогик кластарҙа белем алыусы уҡыусыларҙың, студенттарҙың, уҡытыусыларҙың педагогик һәләттәрен үҫтереү, педагогик эшмәкәрлектең заманса компетенцияларын формалаштырыу.   

Педагогик хакатонда ҡатнашыусылар билдәләнгән ваҡыт эсендә һанлы компетенцияларҙы файҙаланып, дәрестең фрагментын проектларға тейеш. Командаларҙы IT-технологиялар белгестәре, белем биреү ойошмалары педагогтары һәм уҡыусылары, педагогик хакатон партнерҙарынан торған эксперт комиссияһы баһалай.   

Ике көн дауамында барған хакатонда Белорет, Учалы райондары һәм ҡалаларынан 13-17 йәшлек уҡыусылар һәм студенттар ҡатнаша.

Беренсе көндә командалар Мәскәү ҡалаһынан килгән медиапедагог, курс авторы Наталья Травкинаның “Һанлы дәрес” төҙөйбөҙ” интенсивында белемдәрен камиллаштырып, һанлы компетенциялар нигеҙендә дәрес проектлау эшенә тотонасаҡ.

Икенсе көндә иһә ҡатнашыусыларҙы бирелгән тема буйынса презентация һәм дәрес фрагментын әҙерләү, проекттарҙы яҡлау йәһәтенән эштәр көтә.   

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас