2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау тураһында халыҡҡа аңлатыу өсөн республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар һәм йорттар буйлап йөрөйәсәк.
Уларҙы еңел генә танырға мөмкин: һәр береһе зәңгәр яҙыулы аҡ төҫтәге жилет кейгән.
Тағы ла:
✔ зәңгәр төҫтәге туҡыманан шопер-сумка;
✔күкрәк билдәһе;
✔исем һәм фамилияһы күрһәтелгән, зәңгәр мисәт менән һәм һайлау комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйған участка һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығы;
✔ “ИнформУИК” ҡушымтаһы менән телефон
✔теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт (лифтет, буклет)
“ИнформУИК” ҡатнашыусылары махсус мобиль ҡушымта ҡулланасаҡ, унда анкеталау мәғлүмәттәре оператив индереләсәк. Бөтәһе лә халыҡ иҫәбен алғандағы кеүек. Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирә. Бөтә процесс бер нисә минутҡа һуҙыласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов. – Комиссия ағзаларына агитация үткәреү тыйыла, тик мәғлүмәт биреү генә. Хөрмәтле республика халҡы, әйләнә-тирәләгеләргә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлек итеүгә өмөт белдерәбеҙ”.