Яңылыҡтар
19 Февраля 2024, 10:49

Ҡаһарман яугирға лайыҡлы баһа

“Башҡортостан” полкы яугиры Рәсәй Оборона министрлығының “Миналарҙан таҙартҡан өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Ҡаһарман яугирға лайыҡлы баһаҠаһарман яугирға лайыҡлы баһа
Ҡаһарман яугирға лайыҡлы баһа

“Джамай” позывнойлы Уразай ауылы ир-егете махсус хәрби операция территорияһында миналарҙы һәм башҡа шартлау хәүефе янаған әйберҙәрҙе асыҡлауҙа һәм зарарһыҙландырыуҙа юғары профессионаллек, батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында ул контракт буйынса хеҙмәт итә.

Контракт буйынса хеҙмәт итеү йәһәтенән һорауҙар менән Берҙәм белешмә - 117, Ситуация үҙәге - 122  йә 8 (347)218-19-19 һандарын йыйып мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас