Зыян күреүсе һөйләүенсә, уға популяр мессенджер аша “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы “вәкиле” шылтыратып, уның шәхси кабинетына инеүҙәре, персональ мәғлүмәттәр менән файҙаланыуҙары тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусы ирҙе, урланған мәғлүмәт ярҙамында мутлашыусылар мотлаҡ кредит аласаҡ, тип ышандыра. Быға юл ҡуймау өсөн теге “вәкил” эшҡыуарға бөтөн аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереп, “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә кәңәш итә.
Ир ышанып, таныш булмаған әҙәмдең күрһәтмәләрен теүәл үтәй. Ул ике кредит картаһынан - бишәр йөҙ мең, шәхси иҫәбенән 390 мең һум аҡсаһын ҡулаҡсаға әйләндереп, банкомат аша күрһәтелгән иҫәпкә күсерә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ - үҙен “Дәүләт хеҙмәттәре” вәкиле тип танытҡан бәндә аҡса күсерелергә тейешле иҫәп номерҙары күрһәтелгән хәбәрҙәрҙе юйыуҙы талап итә. Дөйөм алғанда, Белорет кешеһе ҡулында тотоп торған, бер ниндәй хәүеф янамаған 1 миллион 400 мең һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсерә. Бер көндән һуң ир алданғанын аңлай һәм полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтселәрҙе асыҡлау йәһәтенән тәфтиш эше һәм оператив-эҙләү саралары уҙғарыла.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Таныш булмаған кешеләр менән финанс операцияларға бәйле һөйләшеүҙәр алып бармағыҙ, аҡсаларығыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ!
Мутлашыуҙар тураһында актуаль мәғлүмәттәр менән “Мошки” (https://t.me/bashmoshki) телеграм-каналында танышырға мөмкин. Бында һеҙҙе яңылыҡтар, файҙалы кәңәштәр, һорауҙарға яуап биргән чат-бот көтә. Яҙылығыҙ!
Гүзәл ДРОНОВА,
район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.