-3 °С
Болотло
Башҡортостан халҡы Тыуған илде һаҡлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. 2022 йылда уҡ Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон булдырылды. Унан һуң Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар ойошторолдо. Бынан тыш, Таһир Кусимов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Даян Мурзин исемдәрен йөрөткән батальондар төҙөлдө. Хәрбиҙәр өсөн тәүге гуманитар йөк 2022 йылдың мартында оҙатылды. Ошонан һуң был эш даими алып барыла. Башҡортостанда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса саралар комплексы әҙерләнгән.