Яңылыҡтар
26 Февраля 2024, 05:45

Башҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды

Бөгөн Өфө тимер юл вокзалында Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы йәштәренең делегацияһын оҙатыу тантанаһы үтте. Фестиваль 1 марттан 7-һенә тиклем “Сириус” федераль территорияһында үтәсәк.

Башҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлландыБашҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды
Башҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды

- Фестивалдә Башҡортостан исеменән 180 йәш ҡыҙ ҙәм егет сығыш яһаясаҡ, улар конкурс һайлап алыуҙың бөтә этаптарын үтте. Ә уҙған аҙнала Сочиға беҙҙең ирекмәндәр делегацияһы юлланды, уның составына 60-тан ашыу кеше инде - тип комментарий бирә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.


Фестиваль халыҡ-ара йәштәр хеҙмәттәшлеген үҫтереү маҡсатында ил Президенты Владимир Путин Указы менән үткәрелгән күләмле сараларҙың береһе. Фестивалдә 20 мең йәш лидер - 10 мең Рәсәй гражданы, шулай уҡ бөтә континенттарҙан 10 мең сит ил кешеһе ҡатнашасаҡ.


- Фестивалдә беҙ ҙур делегация менән башҡа илдәрҙең һәм төбәктәрҙең йәштәренә республикабыҙ тураһында һөйләйәсәкбеҙ, яңы таныштар табасаҡбыҙ һәм, әлбиттә, бөтә донъя спикерҙарынан яңы белемдәр аласаҡбыҙ - тип уртаҡлашты Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Илнур Юлдыбаев.

 

Автор:
Читайте нас