Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль , 15:20

«Ғаилә» милли проекты эшләй башлай

Рәсәйҙә тыуымға булышлыҡ итеү өсөн «Ғаилә» милли проекты эшләй башлай. Был хаҡта Владимир Путин мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдерҙе.

«Ғаилә» милли проекты эшләй башлай
«Ғаилә» милли проекты эшләй башлай

«Рәсәй төбәктәре балалы ғаиләләргә үҙҙәренең ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Тыуым кимәле уртасанан түбән булған төбәктәргә булышлыҡ итергә тәҡдим итәм. 2030 йылға тиклем ошондай төбәктәргә 75 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтербеҙ», — тине президент.

Рәсәйҙә ярлылыҡ проблемаһы киҫкен тора, ул «халыҡтың 9% ашыуына ҡағыла», тип белдерҙе Владимир Путин.

«Ә ишле ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәле яҡынса 30% тәшкил итә. 2030 йылға күп балалы ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәлен 12% тиклем кәметергә өлгәшергә кәрәк», — тине ул.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: