Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль , 15:11

"Бөтә ил алғы һыҙыҡтағылар менән"

“Алғы һыҙыҡта булған яугирҙәр белә , улар менән бөтә ил”. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе.

"Бөтә ил алғы һыҙыҡтағылар менән"
"Бөтә ил алғы һыҙыҡтағылар менән"

 “Беҙ иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә хәл итә, иң ауыр һынауҙарҙы ла үтә алабыҙ. Беҙ быны иҫбат иттек. Халыҡ-ара терроризмға ҡаршы тора алдыҡ. Илдең берҙәмлген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек”, - тине Рәсәй етәксеһе. “Беҙҙең ил суверенитетын һәм именлеген яҡлай. Махсус хәрби операцияны халыҡтың күп өлөшө хупланы”, - тине Владимир Путин.
“Мөрәжәғәтнамә тәү сиратта киләсәккә ҡараш. Унда пландар ғына түгел, стратегик бурыстар, илдең ышаныслы үҫеше өсөн мөһим булған мәсьәләләр күтәрелә”, - тине Владимир Путин. Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт сараһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, етәкселәр, табиптар, уҡытыусылар, артистар, эшҡыуарҙар һәм дин әһелдәре ҡатнаша.1515:06

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: