Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март , 15:54

"Иң яҡшы почтальон" Ҡаһарман ауылынан - Роза Байегетова

Үткән йыл 2024 йылдың беренсе яртыһына гәзиткә яҙҙырыу кампанияһы барышында, "Урал" гәзите мѳхәрририәте Белорет почтамты менән берлектә, район-ҡала почтальондары араһында уларҙы дәртләндереү маҡсатында "Иң яҡшы почтальон" конкурсы иғлан иткәйне.

Үткән йыл 2024 йылдың беренсе яртыһына гәзиткә яҙҙырыу кампанияһы барышында, "Урал" гәзите мѳхәрририәте Белорет почтамты менән берлектә, район-ҡала почтальондары араһында уларҙы дәртләндереү маҡсатында, "Иң яҡшы почтальон" конкурсы иғлан иткәйне. Шулай итеп, гәзитебеҙгә иң күп яҙҙырған почтальон - Ҡаһарман ауылынан Роза БАЙЕГЕТОВА булып сыҡты. Уға мѳхәрририәт һәм Белорет почтамты тарафынан әҙерләнгән матур бүләк тапшырылды. "Иң яҡшы почтальон" конкурсы еңеүсеһе Роза Таһир ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Роза Байегетова Үҙән почта бүлексәһенең иң тырыш почтальондарының береһе. Ул Ҡаһарман ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.Гәзит-журналдарға яҙылыу мәлендә Роза Таһир ҡыҙы "Урал"ға яҙылғандарҙың һәр береһенең квитанцияһын мѳхәрририәткә бүләк отоу ѳсѳн лотерея уйынына шәхсән үҙе ебәрә.Шуның ѳсѳн дә Ҡаһарман ауылының гәзиткә яҙылыусылары һәр йыл һайын дәртләндереү бүләктәре отоп шатлана.
Роза Таһир ҡыҙына почта эше яҡшы таныш, ул 2005 йылда Ҡаһарманда почта бүлексәһе начальнигы булып эш башлай. 2012 йылда почта ябылғас, мәктәпкә эшкә күсһә лә, почта таратыусы булып ҡала. 2021 йылда почтальон кәрәк булғас, тағы ошо эшкә тотона. Бынан тыш, Роза Таһир ҡыҙы ауыл мәктәбендә хужалыҡ эштәре буйынса мѳдир булып эшләй. Бер юлы ике эштә эшләүҙән тыш, өйҙә ѳлгѳр хужабикә һәм һѳйѳклѳ әсәй ҙә ул. Тормош иптәше Ғәйсәр Нотфулла улы менән 30 йыл тырышып донъя кѳтәләр. Ул да мәктәп ҡаҙанлығында эшләй. Өлкән улдары Ғаяр Сибай ҡалаһында 7-се мәктәптең директоры, ҡыҙҙары Гѳлшат Ѳфѳнѳң 141-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

- "Урал"ды электән алдырып, яратып уҡығандар гәзиткә йыл һайын яҙыла. Халыҡ гәзит аша район-ҡала яңылыҡтары менән танышып тора, гәзитте бер аҙ ғына һуңлатһаң, борсолоп шылтыраталар. Районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт гәзите менән киләсәктә лә бергә булайыҡ, “Урал” дан айырылмайыҡ, үҙебеҙҙең берҙәмлекте күрһәтәйек, тип һәр саҡ ауылдаштарымды ѳгѳтләп, дәртләндереп торам,
Ти Роза Таһир ҡыҙы.

8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, ҡатын-ҡыҙ почтальондарыбыҙҙың барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә яҡшы кәйеф, ғаилә именлеге, кѳтѳлмәгән ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Авторҙар:Сатура Мингажитдиноважаватова
Читайте нас: