Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март , 17:24

Башҡортостанда “Бурыслы” операцияһы башлана

Белорет районы яуыз түләмәүселәрҙе асыҡлауға һәм закон менән билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән “Бурыслы” республика операцияһына ҡушыла. Саралар 19 марттан башлана.

Башҡортостанда “Бурыслы” операцияһы башлана
Башҡортостанда “Бурыслы” операцияһы башлана

Ағымдағы йылдың 2 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 1120 эш төҙөгән, 386 мең һум күләмендә штраф һалынған, 280 мең һум түләтелгән.

Полиция граждандарға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта административ штраф түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Был статьяның санкциялары ике тапҡыр штраф һалыуға, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуға һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә килтерә.

Мәҫәлән, быйыл РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.25-се статьяһы буйынса 85 район кешеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шуларҙың 8-е административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн ике тапҡыр штраф түләргә мәжбүр була, 66 яуыз штраф түләмәүсегә ҡарата административ ҡулға алыу рәүешендә яза сараһы һайлана, ике кеше мотлаҡ эшкә йәлеп ителә.

Район буйынса эске эштәр бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Административ штрафтар, бурыстар тураһында мәғлүмәтте полиция  бүлегендә (Точисский урамы, 6-сы йорт, 506-сы кабинет) белергә мөмкин.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте порталдың шәхси кабинеты аша (www.gosuslugi.ru) , йәки ЮХХДИ-ның рәсми сайтында электрон төрҙә алырға мөмкин, шулай уҡ Дәүләт Автоинспекцияһы бүлегендә (Блюхер урамы, 8-се йорт, 2-се кабинет) белешергә мөмкин.

“Бурыслы” иҫкәртеү саралары 24 мартҡа тиклем уҙғарыла.

Альбина НӘҮШИРБАНОВА, район буйынса бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: