Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 15:54

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Гимназия уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты - уҡыу йортонда "БашГимТВ" медиаүҙәге асылды.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тағы бер шатлыҡлы ваҡиға  булды. Гимназия уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты -  уҡыу йортонда "БашГимТВ" медиаүҙәге асылды. 
2018 йылдан гимназия уҡыусылары уҡытыусылары Сәриә Ҡаһарманова башланғысында журналистика менән мауыға башлай һәм биш йыл буйына уҡыусылар төрлө сараларҙы, байрамдарҙы, спорт ярыштарын, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙы яҡтырта, билдәле кешеләр менән әңгәмәләр ҡора һәм башҡа тапшырыуҙар төшөрөү өҫтөндә эшләй. Әммә тейешле кабинет, ҡорамалдар булмауы уларҙың мауығыуына кәртә булып тора. Ошо ваҡыттан алып уҡыусылар айырым медиаүҙәк һәм заманса техника тураһында хыяллана ине. 
Республикала “Мәктәп инициативаларына ярҙам итеү” программаһы 2021 йылдан эшләй башланы. Инициативалы мәктәп бюджетлауының яңы практикаһы булған был проект  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса тормошҡа ашырыла. Ошо проект буйынса уҡыусылар үҙҙәре ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатив проекттарын конкурсҡа тәҡдим итә. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджеты, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырылыуы башҡорт гимназияһы уҡыусыларының хыялын тиҙ арала үтәргә мѳмкинлек бирә. 2023 йылда гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова идеяһы менән, уҡыусылар, уҡытыусылар, гимназия етәкселеге, ата-әсәләр, бағыусылар был конкурста ҡатнашыу ѳсѳн  тѳплѳ проект әҙерләй һәм конкурста еңеп сығып, грант отоуға ирешә. 
Был ҙур еңеү заманса техника алырға, медиаүҙәк ѳсѳн бирелгән кабинетты ремонтларға, уны матур мебель менән йыһазландырырға етә. Гимназистар бигерәк тә роликтарҙы монтажлау мѳмкинлеге биргән ноутбукка, яҡтыртыу ҡорамалдарына, видеокамераға шат була. Кабинет ѳсѳн мебелде лә уҡыусылар үҙ зауығына ҡарап һайлай. Шулай итеп, республика бюджетынан бирелгән 500 мең һум, Белорет хакимиәтенән бүленгән 55 мең һум аҡса һәм бағыусылар ярҙамы, ата-әсәләр йыйған аҡса ошо матур эшкә китә. Бигерәк тә эшҡыуарҙар Борис Бражников, Рәмил Фәйзуллин, Резеда Сайдарова, Мирзаевтар ғаиләһенең, Дмитрий Губиндың  ярҙамы урынлы була. Кабинетты биҙәү эштәре менән шѳғѳлләнгән рәссамдар Зарема Уйылдановаға һәм Айгизә Байтуринаға ла ҙур рәхмәт белдерелде.
Гимназия уҡыусыларының шатлығын уртаҡлашырға килгән муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, "Гүзәл" туҡымалар салоны хужабикәһе Резеда Сайдарова, "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова гимназия коллективын ошо  матур башланғыс менән ҡотланы, барыһына ла уңыштар, матур тапшырыуҙар тѳшѳрѳргә, яңы еңеүҙәргә ирешергә тигән теләктәрен белдерҙе. Ошо үҙәкте асыуҙа ярҙам күрһәткән бағыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә арнап, уҡыусылар уҡытыусылары ярҙамында һәр ваҡыттағыса матур сценарий әҙерләгән. Ҡунаҡтарҙы матур йыр-бейеүҙәре менән генә түгел, үҙҙәренең проекттары менән таныштырырға ла ваҡыт тапты уҡыусылар. 
Андрей Иванович проектты әҙерләүҙә ҡатнашҡан, гимназия тормошонан төрлө тапшырыуҙар әҙерләгән, медиаүҙәк итеп бирелгән кабинетты ремонтлауҙа  биҙәү эштәрен үҙ өҫтәренә алған, бер төркөм әүҙем гимназистарға йылы теләктәрен белдерҙе һәм Ильяс Шаһияздановҡа, Арслан Хѳсәйеновҡа, Наҙгѳл Заһитуллинаға, Азалия Вәлиеваға, Регина Ғәлиеваға, Ираида Ғәлиуллинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Үҙ сиратында гимназия директоры Зилә Мингәрәева ла проектты тормошҡа ашырыуҙа  күп күп көс һалған уҡыусыларға, бағыусыларға, ремонт эштәрендә ярҙамлашҡан ата-әсәләргә, гимназияға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн һоҡланыуын белдереп, йылы һүҙҙәр әйтте һәм  Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан уҡыусылар ҡунаҡтарҙы "БашГимТВ" медиаүҙәге урынлашҡан кабинетҡа саҡырҙы. Йәш журналист Арслан район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға бик ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп әңгәмә алды, ҡалған ҡунаҡтарға ла тѳрлѳ һорауҙар бирелде һәм улар ҙа үҙ фекерҙәрен, теләктәрен әйтеп, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты. 
Гимназия коллективын, йәш журналистарҙы "БашГимТВ" медиаүҙәге асылыу менән ҡотлайбыҙ. Медиаүҙәк уҡыусы-журналистарҙың һәләтен үҫтереүгә, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, телен, йолаларын пропагандалауға, гимназия уҡыусыларына ысын патриоттар булып үҫергә булышлыҡ итһен.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: