Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 20:59

Һайлауҙың тағы бер көнө тамам

Һайлауҙың икенсе көнө йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда халыҡтың 64,82%-ты үҙ тауышын биргән.

Иртәгә, 17 мартта, Рәсәй Президентын һайлауҙың һуңғы көнөндә, һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Төрлө сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған. Был йәһәттән мөрәжәғәттәрҙе участка һайлау комиссиялары 17 март 14.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә.

 

Һайлауҙың тағы бер көнө тамам
Һайлауҙың тағы бер көнө тамам
Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: