Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 17:36

"Илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирҙек"

Ҡаһарман ауылының иң өлгөлө, тырыш ғаиләләренең береһе – Гөлсинә һәм Вадим Ғәзизовтар ҙа ил Президенты өсөн тауыш биреп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Улар һайлауға балалары менән бергәләп килгән.

"Илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирҙек"
"Илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирҙек"

Татыу ғаиләлә өс малай һәм бер ҡыҙ буй еткерә. Өлкәндәре Русим Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия-интернатында X класта уҡыһа, Рамаҙан ауыл мәктәбенең - IX, Мәҙинә III класында белем ала. Бәләкәстәре Ибраһимға әле бер генә йәш.

Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы Ҡаһарман мәктәбендә тәрбиә буйынса директор советнигы, байтаҡ йылдар балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Вадим Сәлим улы ла педагог - 26 йыл мәктәптә физкультура дәрестәрен алып бара.

- Илебеҙ киләсәге өсөн бергәләп тауыш бирҙек. Иң мөһиме, күктәребеҙ - тыныс, балаларыбыҙ - һау-сәләмәт, илебеҙ ҡеүәтле, көслө булһын, - ти Ғәзизовтар.      

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: