Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 14:25

Һайлауға яҡшы кәйеф һәм яҡты өмөт менән

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында урынлашҡан 1352-се һайлау участкаһында Шығай һәм Новобельский ауылдары тауыш бирә. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Дилбәр Рәхмәтова әйтеүенсә, ил Президентын һайлауҙа халыҡ айырыуса әүҙемлек күрһәтә, барыһы ла яҡшы кәйеф, киләсәккә яҡты өмөт менән килә.

Һайлауға яҡшы кәйеф һәм яҡты өмөт менән
Һайлауға яҡшы кәйеф һәм яҡты өмөт менән

- Бөгөн тауыш биреүҙең өсөнсө көнө булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаһынан кеше өҙөлмәй. Ололар ҙа, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурыстарына яуаплы ҡарай, тотош ғаилә менән килгәндәр ҙә бихисап. Бәлиғ булып, тәүге тапҡыр тауыш биргән егет-ҡыҙҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырабыҙ. Новобельский ауылы халҡының уңайлылығы өсөн тауыш биреүселәрҙе махсус автобус барып алып кире илтеп ҡуйҙы. Өс көн дауамында ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Гөлдәр Ҡолбирҙина һайлаусыларға “Рәхмәт - 2024” акцияһының беләҙектәрен һәм билеттарын тапшырһа, блогер-күҙәтеүсе Нурсилә Гнедкова үҙ аудиторияһын тауыш биреү барышы менән таныштырып тора. Ирекмәндәр Рәсим Юнысов һәм Ғәлим Ғәликәев та үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡарҙы, - ти Дилбәр Йомабай ҡыҙы.

Әйткәндәй, ил Президенты өсөн тауыш биреүҙең һуңғы көнөнә һайлау комиссияһы ағзалары үҙенсәлекле төҫмөрләнеш биргән: ҡатын-ҡыҙҙар муйындарына данлыҡлы флер яулығын бәйләгән.  

Клуб фойеһында ла байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина хәбәр итеүенсә, бында бөгөн ауыл хужалығы тауарҙарынан йәрминкә ойошторолған. “Ауыл уңғандары Венера Эниева, Нурбикә Канафина, Фирүзә Дәүләтбаева, Мәрйәм Хажина көҙҙән эшләгән консерваланған аҙыҡ-түлек, күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәрен һатһалар, Рәйхана Мостафина төрлө эслектән тәмле бөйөрөктәр, Сәлимә Татлыбаева сихәтле буҙа, Ольга Ғәлиуллина биҙәүестәр тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусылары ла йәрминкәнән ситтә ҡалманы - Сәфинә Рәхмәтова баллы ҡоймаҡ, Зилиә Хажина консерваланған ризыҡтар һатты. Ауыл халҡы йомортҡаһын да, ҡаҙ ҡанатын да ихлас һатып алды, - ти Сәғирә Сабирйән ҡыҙы.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: