Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 11:15

Республикала водителдәрҙе бысраҡ һәм ялған дәүләт номерҙары өсөн язаға тарттыралар

19 марттан Башҡортостанда ЮХХДИ-ның "Дәүләт теркәлеү билдәһе" оператив-профилактик сараһы старт алды. Уның маҡсаты - ялған һәм эҙләнгән дәүләт номерҙары булған машиналар менән идара итеү, шулай уҡ туҡтатылған теркәлеү ғәмәлдәренә бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.

Республикала водителдәрҙе бысраҡ һәм ялған дәүләт номерҙары өсөн язаға тарттыралар
Республикала водителдәрҙе бысраҡ һәм ялған дәүләт номерҙары өсөн язаға тарттыралар

 Дәүләт теркәү билдәһе яҡшы баҫылған һандар һәм хәрефтәр менән булырға тейеш. Ул буяуҙың юйылыуынан, бысраҡтан йәки туҙандан уҡырлыҡ хәлдә булмауы мөмкин. Бының өсөн иҫкәртеү йәки 500 һум күләмендә административ штраф ҡаралған. Автомобиль менән номерһыҙ идара итеү йәки уларҙы идентификациялауҙы ауырлаштырыусы материалдар ҡулланыу 5000 һум күләмендә штраф һалыуға йәки 1-3 айға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә килтерә. Ялған номерлы транспорт менән идара иткән өсөн алты айҙан бер йылға тиклем транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә, - ти Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Тейешле тәртиптә теркәлмәгән машина өсөн 500 һумдан 800 һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Әгәр хоҡуҡ боҙоу ҡабатланһа, 5000 һум күләмендә штраф һалыу йәки бер айҙан өс айға тиклем транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү янай. Сара 24 мартҡа тиклем дауам итә.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: