Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 10:40

Республиканың туризм тармағы эшҡыуарҙары 1,63 миллиард һум льготалы кредит алды

2023 йылда республиканың туризм өлкәһендә эшләгән 100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес компанияһы, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, дөйөм суммаһы 1,63 миллиард һумлыҡ льготалы финанслау алды.

Республиканың туризм тармағы эшҡыуарҙары 1,63 миллиард һум льготалы кредит алды
Республиканың туризм тармағы эшҡыуарҙары 1,63 миллиард һум льготалы кредит алды

Был 2022 йыл менән сағыштырғанда, 2,1 тапҡырға күберәк. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан Туризм өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары алған ташламалы финанслауҙың дөйөм күләме буйынса Рәсәй Федерацияһында тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Президент башланғысы арҡылы 2019 йылда милли проект старт алғас, льготалы финанслау алыусылар һаны 25 тапҡырға артҡан. Эшҡыуарҙар шулай уҡ Милли гарантиялар системаһына ингән Төбәк гарантия ойошмаһы гарантиялары һәм поручителдәре рәүешендә ярҙам ала. Бынан тыш, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә, 2023 йылда туристик инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамының рекордлы күләме - 1,5 миллиард һум йәлеп ителгән. Инвестиция проекттарының дөйөм суммаһы 3,6 миллиард һум тәшкил итә, шуның 2,1 миллиарды - инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы.

Дәүләт ярҙамы арҡылы республикала 23 пляж төҙөкләндерелгән, 6 яңы туристик маршрут әҙерләнгән, 8 электрон юл күрһәтеүсе төҙөлгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы туристик мөхит булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән 5 проект тормошҡа ашырылған, 24 туристик локация өсөн ҡорамалдар һатып алынған, 70 глэмпингта һәм кемпингта яңы уңайлы урын булдырылған.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: