Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март , 15:28

Яугирҙарға – кейеҙ билбау

Хәрби махсус операция башланғандан бирле, ил, республика, район һәм ауылдар халҡы менән бергәләп, яу яланындағы яугирҙарға ярҙам йыйыу дауам итә. Мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек күрһәтеү Рамаҙан айында айырыуса сауаплы.

Яугирҙарға – кейеҙ билбау
Яугирҙарға – кейеҙ билбау

Шишәмбе көнө Инйәр район мәҙәниәт йортонда яңы ойошторолған "Zа ней" ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары, Инйәр, Уҫманғәле, Манышты ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары йырсы, йырҙар авторы, яҡташыбыҙ Зилә Лира менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға кейеҙҙән билбауҙар эшләне.
Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Мазһар ҡыҙы махсус хәрби операция башланғас та изге эшкә тотоноп,  һалдаттар өсөн кейеҙ билбауҙар баҫа һәм өйрәнергә теләүселәргә лә ихлас өйрәтә. Кейеҙ билбауҙар йылы һәм уны кейеп йөрөргә лә, йоҡлағанда уранып ятырға ла уңайлы.

Осрашыу айырыуса йылы,  дуҫтарса мөхиттә үтте һәм ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф ҡалдырҙы. Шулай уҡ оҫтабикә онотолған милли уйындарыбыҙҙың береһе – “Биш ашый” уйынын да балаларға өйрәтте.

Сараны дауам итеп сәй табыны ойошторолдо.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: