Яңылыҡтар
21 Марта 2024, 06:36

Синоптиктар алдағы көндәргә фараз бирҙе

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Синоптиктар алдағы көндәргә фараз бирҙеСиноптиктар алдағы көндәргә фараз бирҙе
Синоптиктар алдағы көндәргә фараз бирҙе

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2,+7 градус, таулы райондарҙа +11-гә тиклем.

Йома, 22 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡаса. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10 градус.

Шәмбе, 23 мартта, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡа етеүе мөмкин. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас